Юрматы (Фёдоровка районы)
Ауыл | |
Юрматы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Юрматы (рус. Юрматы) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. Пугачев ауыл советына ҡарай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрматы ауылы 1834 йылғы VIII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алдынан барлыҡҡа килә һәм Яңы Юрматы тип атала. Ауылда Юрматы улусының (хәҙерге Ишембай районы) төрлө ауылдарынан (Буранғол, Этҡол, Аҙнағол) килеп төпләнгән башҡорттар йәшәй. Ауылға нигеҙҙе йөҙ башы Бикйән Ялсин етәкселегендәге аҫаба башҡорттар (9 ғаилә) һала. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ауылдағы 16 ихатала 99 кеше йәшәүе теркәлә[1].
1859 йылда 70 ихатала 240 ир-егет һәм 224 ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән 77 аҫаба башҡорт һәм Ҡарағош ауылынан 163 мишәр-припущенник йәшәй. 1842 йылда 99 башҡортҡа 152 бот ужым игене, 424 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. Улар 108 йылҡы малы, 79 һыйыр малы, 28 баш һарыҡ, 3 кәзә аҫырай[2].
1897 йылда ауылда 842 кешенең даими йәшәүе билдәләнә. 1919 йылдың 10 июлендә 20-се Пенза уҡсылар дивизияһының политбүлеге инициативаһы буйынса Юрматы ауылында Юрматы ауыл советы ойошторола. 1930 йылдың декабрь айы аҙағында Юрматы, Хитровский, Логиновский, Веровский , Ивановский, Французовский ауыл советтары Пугачев ауыл советына берләштерелә, үҙәге — Веровка ауылы. 1964 йылдан Пугачев ауыл советы үҙәге Юрматы ауылына күсерелә.
Ауылда урта мәктәп, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Юрматы ауыл Мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, башҡорттар 30, татарҙар 64 % тәшкил итә.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1834 йыл | 99 | ||||
1859 йыл | 464 | 240 | 224 | ||
1897 йыл | 842 | ||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 748 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 749 | 353 | 396 | 47,1 | 52,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ (урамы) — (рус. Дружбы (улица))
- Тыныслыҡ (урамы) — (рус. Мира (улица))
- Йәштәр (урамы) — (рус. Молодежная (улица))
- Беренсе Май (урамы) — (рус. Первомайская (улица))
- Салават Юлаев (урамы) — (рус. Салавата Юлаева (улица))
- Дала (урамы) — (рус. Степная (улица))
- ??? (урамы) — (рус. Уляй (улица))[3]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күренекле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл биләмәһенең атҡаҙанған шәхестәре
- Ҡолошева Роза Мәхмүт ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Вәлитов Рәфҡәт Шафиҡ улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы работнигы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгән шәхестәр
- Вәлитов Наил Хәмзә улы — 3-сө дәрәжә «Хеҙмәт даны» ордены.
- Шабанова Хаят Хәмзә ҡыҙы — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
- Тимербулатов Мөнир Шәкүр улы — «Хеҙмәт айырымлығы өсөн» миҙалы.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 749 кеше[4]. Почта индексы — 453289, ОКАТО коды — 80254845001.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрматы ағастары[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. Юрматы.. — Уфа: Идель Пресс, 2017. — 152/С. 63 с. — 500 экз. экз.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- ↑ Улицы села Юрматы
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ https://www.youtube.com/watch?v=x_Bc3cbqOJY
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрматы (Фёдоровка районы) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.